Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
17 Ғинуар 2020, 11:33

Иҫкәртәләр, тимәк ҡолаҡ һалырға кәрәк

Яңы йылдың тәүге көнөндә ватсапҡа смс-хәбәр килеп төштө.

Яңы йылдың тәүге көнөндә ватсапҡа смс-хәбәр килеп төштө. Унда былай тип яҙылғайны: «Ғәҙәттә, беҙ документтарҙа датаны ҡыҫҡа итеп, мәҫәлән, 31.12.19 тип яҙырға күнеккәнбеҙ. Ә быйылғы 2020-не ҡыҫҡартып, “20” тип кенә яҙыу ике осло булыуы ихтимал икән. Сөнки уны дауам итеп, теләгән һанды өҫтәргә була. Мәҫәлән, 13.01.20 тип яҙһаҡ, уны 13.01.2024, йә булмаһа 13.01.2006 тип үҙгәртеү һис тә ҡыйын түгел. Шуның өсөн, бик уяу булыр кәрәк. Йыбанмағыҙ, датаны, тултырып яҙығыҙ».
Ватсап аша таратылған хәбәрҙәргә ышанмаҫа күнеккәнмен. Ә был юлы һағайыбыраҡ ҡалдым. Бер уйлаһаң, дөрөҫ иҫкәртәләр түгелме? 20-гә өҫтәп, датаны үҙең теләгәнсә үҙгәртергә була бит. Бының мутлашыусылар өсөн кеше алдауҙың тағы бер төрө булып тороуы ихтимал. Кеше иҫәбенә йәшәргә теләүселәр, ай-һай, бигерәк күбәйҙе шул. Иғтибарлыраҡ булайыҡ, йәмәғәт.
Читайте нас: