газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
10 Ғинуар 2020, 11:40

Йәшлек үтер, ҡартлыҡ етер

Ял көнө ине. Барыр ерем йыраҡ ҡына булғас, маршрут автобусына ултырҙым.

Бер туҡталышта күп кенә кеше инде. Тышта һыуыҡ булғанлыҡтан, автобусты ут күҙ менән көтәләр ине. Өшөп бөткәндәр үҙҙәре. Улар араһында биш һәм ун өс йәштәр тирәһендәге ике ҡыҙы менән йәш кенә әсә, таяҡҡа таянған инәй ҙә бар ине. Ҡыҙҙар ишек төбөндәге урындарҙы биләне. Инәй, көс-хәл менән баҫҡыстан күтәрелгәс, ситтәге ҡыҙға: «Ҡыҙым, төпкәрәк уҙып ултырсы, зинһар. Аяҡтарым ауырта», - тип уларҙың береһенә мөрәжәғәт итте. Ике ҡыҙ ҙа иғтибарын әсәһенә йүнәлтте. Йәнәһе, ҡәҙерле кешеләре ни әйтер? Шул мәлдә әсәнең йөҙөн күрһәгеҙ! Әйтерһең, уның балаһын ҡыйырһытып, кәмһеткәндәр. «Ююююҡ, урыныңдан ҡуҙғалаһың булма! Ана, үҙе барһын да ултырһын башҡа урынға. Аҡса түләгәнмен, ҡайҙа теләйбеҙ, шунда ултырырға хаҡыбыҙ бар», тип туҙына башланы. Маршруттағы бар халыҡ “аһ”, итте. Кем уҙарҙан тороп инәйгә урын тәҡдим итә башланыҡ. Ул, мин бушатҡан ултырғысҡа барып ултырҙы.
Инәй ҙә һүҙһеҙ ҡалманы.
- Ниндәй тәрбиә бирәһең бит балаларыңа? Аҙыраҡ ҡына булһа ла оятың бармы? Аяҡтарым һау булһа, ярҙам һорап торор инемме ни? Үҙем рәхәтләнеп йүгереп артҡа барып ултырыр инем, - тине әсенеп.
Оло йәштәге кешенең һүҙҙәрен ҡатын ҡолағына ла элмәне. Бер аҙ ултырғандан һуң балаларына ҡарап:
- Мин дөрөҫ эшләнем бит? - тине.
Ҡыҙҙар ҙа аптырауға төштө. Шымып торғандандан һуң, «эйе» тип баш ҡаҡтылар.
Ҡыҙҙарҙың күҙҙәре ни өсөндөр миңә моңһоу тойолдо. Айырыуса, өлкәнерәгенеке. Унда инәйгә ҡарата йәлләү тойғоһо ла бар, тик әсәһенең һүҙенә нисек ҡаршы килмәк кәрәк? Баланың башы буталды, буғай.
Бер-ике туҡталыштан һуң үҙем дә ауыр уйҙарға бирелеп төштөм. Инәй рәхмәттәрен уҡый-уҡый тороп ҡалды. Йәш әсәнең ҡылығы аптыратты. Аяҡ-ҡулдарың имен булып, йүгереп йөрөгәндә бер кемдең дә ярҙамына мохтаж түгелһең дә бит. Ә бына сәләмәтлек кирегә китә башлаһа, кешеләргә мөрәжәғәт итергә, улай ғына ла түгел инәлергә, ялбарырға тура килә. Әллә был ҡатын мәңге йәш булырмын, бер ваҡытта ла ауырымаҫмын, ҡартлыҡ мине урап үтер әле, тип уйланы микән? Ҡартлыҡ та бер көн килеп ишек шаҡыр шул...
Әгәр әсә кеше ҡыҙына: «Балам, инәйгә урын бир. Артҡа күсеп ултыр. Инәйҙең аяҡтары ауырта», тиһә, балаларына өлгө лә күрһәтер, изгелек эшләп, сауап та алыр ине. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ҡатын икенсерәк хәл итте.
Читайте нас: