газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
31 Декабрь 2019, 14:00

Яңы йылға нимә бүләк итергә?

Астрологтар белдереүенсә, киләһе йыл хужалары, ҡомаҡтар, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе яратмай, тәм-томға ла битараф. Ҡомаҡ, иң беренсе сиратта, ябайлығы менән айырыла. Уларға үҙенсәлекле, ҡулланышта кәрәкле бүләктәр оҡшай.

Байрамға Яңы йыл тематикалы аш-һыу бүлмәһендә кейә торған алъяпҡыс, ҡомаҡ һүрәте төшөрөлгән диван яҫтыҡтары, Ҡыш бабай йәки төнъяҡ боландары төшөрөлгән орнаментлы шарф һәм снуд, халат, исемле таҫтамалдар, исемле авторучка, йомшаҡ тотҡосло термос, йыл хужаһы формаһындағы статуэтка, фитнес-браслет бүләк итеү бик шәп буласаҡ.
Ә бына мехлы кейемдәр (тун, жилет) бирергә ярамай. Йыл хужаһы зиннәтлелекте яратмай, шуға байлыҡты күрһәтеү әһәмиәтле түгел. Сәғәтте бөтөнләй бүләк итергә ҡушмайҙар. Ялтырауыҡ, ваҡ-төйәк әйберҙәр бирергә лә кәңәш ителмәй. Көҙгө, көҙгөлө косметика ла был йылда уңышлы бүләк түгел. Кимереүселәр еҫте бик яҡшы тоя. Шуға Яңы йылға парфюмерия, эфир майҙары, ҡырҡыу еҫле башҡа нимәләр бирмәгеҙ. Тараҡ, шампунь, бальзам, кейем, таҫтамал, тапочка ла алмағыҙ. Улар яңы йылда кешегә бәхетһеҙлек килтерә, тип һанала.
Читайте нас: