газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
31 Декабрь 2019, 17:00

Табынығыҙ һыйҙан һығылып торһон

Ҡомаҡ - мыжыҡ хайуан түгел, бөтә нәмәне лә ярата тиерлек. Шуға күрә быйылғы байрам табынын әҙерләгәндә хужабикәгә әллә ни мәшәҡәттәр тыумаҫ.

Ҡомаҡ - мыжыҡ хайуан түгел, бөтә нәмәне лә ярата тиерлек. Шуға күрә быйылғы байрам табынын әҙерләгәндә хужабикәгә әллә ни мәшәҡәттәр тыумаҫ. Әммә уның да яратҡан ризыҡтары барлығын оноторға ярамай. Мәҫәлән, фасоль, сыр, артыҡ майлы булмаған ит, айырыуса тауыҡ ите, балыҡ, тәм-том ашамлыҡтар. Ҡомаҡ, күберәге, тәбиғи ризыҡтарҙы ярата. Ә бына фаст-фудтарҙы, газлы һәм алкоголде, ыҫланған ризыҡтарҙы үҙһенмәй.
Бәшмәкле балыҡ
Кәрәк буласаҡ: горбуша (филе), бәшмәк, сыр, һуған, кишер, ҡаймаҡ, тоҙ.
Табаны майлап, балыҡ киҫәктәрен һалабыҙ, тоҙ һибәбеҙ һәм ҡаймаҡ менән һылайбыҙ. Өҫтөнә күп итмәй генә ҡырғыстан ыуылған кишер, түңәрәкләп туралған, алдан үҫемлек майында ҡыҙҙырылған һуған, бәшмәк һалабыҙ. Өҫтөнә сыр һибеп, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала бешерәбеҙ.
Тауыҡ итенән Яңы йыл табынына салат
300 грамм тауыҡ ите, 200 грамм корейса кишер, 200 грамм консервланған кукуруз, 100 грамм сыр, 3 йомортҡа, майонез, тоҙ, йәшел тәмләткестәр.
Бешкән тауыҡ итен һәм йомортҡаларҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ҡырғыстан ыуылған сыр, кукуруз, корейса кишер өҫтәйбеҙ. Майонез менән бутап, тәменсә тоҙ һалып бутайбыҙ. Өҫтөн йәшел тәмләткестәр менән биҙәп табынға бирәбеҙ.
Ҡаймаҡлы торт
Ҡамыр өсөн ике йомортҡа, бер стакан ҡаймаҡ, бер стакан шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы ҡамыр күперткес, 1,5 стакан он.
Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып, яҡшы итеп туғырға. Блендер ҡулланырға ла мөмкин. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, яртыһына какао ҡушырға.
180 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 20 минут бешерергә. Һыуынған корждарҙы сиратлап һалып, араһына мул итеп крем һөртөргә. Крем түбәндәгесә әҙерләнә: 1,5 стакан ҡаймаҡҡа 1 стакан шәкәр ҡомо ҡушып, шәкәр иҙелгәнсе туғырға. Өҫтөн шоколад онтағы һибеп биҙәргә мөмкин.
Читайте нас: