* Эшләнеп бөтмәгән эштәрегеҙ булһа, мотлаҡ осларға тырышығыҙ. Әгәр булдыра алмаһағыҙ был эште бөтөнләй онотоғоҙ. Ҡомаҡтар тормошҡа ашмай торған хыялдарҙы яратмай.
* Өйөгөҙҙө йыуып, таҙартып сығығыҙ. Мөйөштәрҙә туҙан әҫәре ҡалмаһын. Шул осраҡта ғына Ҡомаҡ өйөгөҙгә уңыш алып киләсәк.
* Ҡыйырһытылған кешеләрегеҙ алдында ғәфү үтенегеҙ. Әгәр ғәфү итмәйҙәр икән, артыҡ борсолмағыҙ һәм был турала бөтөнләй иҫегеҙгә төшөрмәҫкә тырышығыҙ. Сөнки Ҡомаҡтар түбәнселекте яратмай, тормошҡа бик ябай ҡарай.
* Өҫтәлгә аҡ япма йәйегеҙ. Ул - таҙалыҡ билдәһе һәм хужабикәнең ҡунаҡтарына ҡарата матур мөнәсәбәте. Аҡ төҫ шулай уҡ тормошоңа яңы үҙгәрештәр ҡабул итергә әҙер булыуың тураһында ла һөйләй. Өҫтәүенә, киләһе йыл - Аҡ ҡомаҡ йылы.
* Май шәме менән өйөгөҙҙөң бөтә мөйөштәренән йөрөп сығығыҙ, ул кире энергияны яндыра. Был - боронғо өй таҙартыу йолаһы.
* Иҫке һеперткегеҙҙе сығарып ташлағыҙ, өйҙәге элекке проблемаларҙан ҡотолорһоғоҙ. Уны яндырырға ла мөмкин. Яндырған ваҡытта: «Иҫке һепертке - иҫке сүп, йорттан, йәндән сығып кит», - тип әйтеү мотлаҡ.
* Сүп-сарҙы мотлаҡ яңы йылға ингәнсе өйҙән сығарып ташлағыҙ, сүп биҙрәһе буш булырға тейеш.
* Ҡолағы һынған сынаяҡ, сите кителгән тарелкаларҙы мотлаҡ сығарып ташлағыҙ. Өйҙә һауыт-һаба күп, матур, бер төрлө булырға тейеш. Ҡиммәтле, әммә төҫө, дәүмәле төрлө булған һауыт-һаба ла йортта бола тыуҙыра. Был Сысҡанға оҡшамаясаҡ.
Аҡсалы булыу өсөн
*Бурыстарығыҙҙы ҡайтарып бөтөгөҙ! Яңы йылға бурыстар менән инмәгеҙ.
* Ҡунаҡтар килер алдынан ишек тупһаһы аҫтына тәңкә йәшереп: «Ҡәҙерле ҡунаҡтар, байлыҡ иленән килегеҙ, йортҡа муллыҡ алып инегеҙ!» - тип әйтеп, йәшерегеҙ.
* Сәғәт телдәре һуҡҡан мәлдә, шампан менән тулы бокалға бер тәңкә төшөрөгөҙ. Һуңынын был тәңкәне ҡыҙыл төҫтәге муҡсаға һалып, бәйләп, үҙегеҙ менән йөрөтөгөҙ.
* Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр яңы йылдың тәүге көндәрендә беренсе тауарҙы ҙур ташлама менән һатһын. Эшегеҙ киләсәктә үҫешер һәм килем китерер.
* Аҡса һауытығыҙға сысҡан һыны ҡырҡып һалығыҙ. Ул һын металдан, ҡағыҙҙан, таштан булырға мөмкин. Ҡомаҡ йылында был билдә уңыш килтерәсәк.