газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
31 Декабрь 2019, 17:00

Мәңгелеккә иҫтә ҡалған Яңы йыл

Яңы йыл төнө, ғәҙәттә, мажараларға бай була. Кеше башынан ниҙәр генә үтмәй ҙә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәй. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәриповтың да мәңгелеккә иҫтә ҡалырлыҡ Яңы йыл төнө булған икән.

Яңы йыл төнө, ғәҙәттә, мажараларға бай була. Кеше башынан ниҙәр генә үтмәй ҙә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәй. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәриповтың да мәңгелеккә иҫтә ҡалырлыҡ Яңы йыл төнө булған икән.
- 1985 йыл ине ул. Ҡала мәҙәниәт паркында эшләп йөрөгән саҡ. Кәләшем Гөлсәсәк - художество, мин фольклор ансамбле етәксеһе. Ул ваҡытта директор булып Мөхтәр ағай Сабитов эшләй ине. 31 декабрҙә беҙҙе парк буйынса дежур итеп ҡуйҙылар. Ҡыҫҡаһы, Яңы йылды шунда ҡаршыларға тейешбеҙ. Шуға күрә балалар ҙа беҙҙең менән. Ул заманда парктың административ бинаһы булып вагонсыҡ хеҙмәт итә ине. Матур итеп шунда өҫтәл ҡорҙоҡ.
Яңы йыл ҡаршыларға бер сәғәт самаһы ҡалғас, парк ҡаршыһындағы шыршы янына сығып, уйындар үткәрергә, гармун уйнап, халыҡты бейетергә тейешбеҙ. Гөлсәсәк - Ҡарһылыу, мин Ҡыш бабай кейемендә. Бер мәл, гармун уйнап торғанда, эргәмә һалмыш булып алған йәш кенә егет килде лә руссалап: «Можно я сыграю?» тине. Оҙаҡ уйлап та тормай,мә, уйна, тип теге егеткә тотторҙом гармунды. Бер заман был егет юҡҡа сыҡты бит әй. Тегеләй барып ҡарайым, былай сабам, юҡ бит теге бәндә. Милиция саҡырттыҡ. Тегеләр яйлап протокол төҙөргә ултырҙы. Балалар шунда кәнфит ашап йөрөйҙәр. Сәғәт 12-не һуҡты. Милиционерҙарға: «Әйҙәгеҙ инде, Яңы йылды ҡаршы алайыҡ» тип ҡарайым, «Нет!» тип ҡырткиҫтеләр ҙә ҡуйҙылар. Һаман протокол яҙабыҙ. Шунан мин хоҡуҡ һаҡсыларына: «Ул эсеп ҡыҙып алған кеше, Яңы йылды ҡаршы алғас, моғайын, тағы шыршы янына сығыр, гармунды ла ҡалдырмаҫ» тим.
Ҡыш бабай кейемен сисеп, милиция УАЗ-игына ултырып, киттек егетте эҙләп. Ленин исемендәге майҙанда күренмәне, «Октябрь» кинотеатры янындағы шыршыла ла юҡ, һуңғы өмөт - «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайы (хәҙер «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге). Килһәк, бур-гармонисыбыҙ рәхәтләнеп гармун тартып, кешеләрҙе бейетеп йөрөй. Милиционерҙар тегене эләктереп ала һалып, гармуны-ние менән бергә машинаға тығып ҡуйҙылар. Кем гармуны, тип һорайҙар. Минеке, ти. Алдайһың, урлағанһың бит. Яныңда беләһеңме кем ултыра - Дед Мороз, тиҙәр. Әлбиттә, уны шунда уҡ таныным. Теге бахыр дөрөҫен әйтергә мәжбүр булды инде. Кире паркка килдек, гармунымды бирегеҙ инде, тим. Юҡ, бирә алмайбыҙ, әлегә был вещдок, тинеләр.
Шулай итеп, минең гармун өс милиционер эргәһендә ҡуҡырайып тигәндәй, важно ғына УАЗ-ик машинаһында, милиция бүлегенә китеп барҙы. Ул вещдок-гармун Иҫке Яңы йылды ҡаршылағанда ғына әйләнеп ҡайтты. Бәлки, милиционерҙар араһында ла гармунда уйнарға яратҡан кешеләр булғандыр. Бына шулай, йәмәғәт, 1986 йылды беҙ милиционерҙарға төрлө протокол һорауҙарына яуап биреп ҡаршы алдыҡ. Мажаралы булғас, ул мәңгелеккә иҫтә ҡалды. Ә ҡалғандары бер-береһенә оҡшаш.
Читайте нас: