газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
31 Декабрь 2019, 14:00

Байрам төнөндә нимә кейергә?

Йыл төҫө - аҡ төҫ. Астрологтар Яңы йыл төнөн аҡ, һоро, күкһел һоро, зәңгәрһыу, фил һөйәге, металл төҫөндәге кейемдә ҡаршыларға кәрәк, ти.

Байрам төнөндә нимә кейергә?
Йыл төҫө - аҡ төҫ. Астрологтар Яңы йыл төнөн аҡ, һоро, күкһел һоро, зәңгәрһыу, фил һөйәге, металл төҫөндәге кейемдә ҡаршыларға кәрәк, ти. Ә бына янып торған сағыу төҫтәрҙәгее кейемдәрҙе йырағыраҡҡа йәшереү яҡшыраҡ булыр. Айырыуса, ҡып-ҡыҙыл төҫтө Ҡомаҡ яратмай. Ул агрессия төҫө тип һанала. Быйыл ебәк, шифон кеүек еңел туҡымаларға өҫтөнлөк биреү отошло. Тупаҫ һәм ҡалын туҡымаларҙан тегелгән күлдәк-костюмдарҙы онотоп тороғоҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙарға киң итәкле, оҙон күлдәктәр, күп ҡатлы итәктәр кейеү кәңәш ителә. Шулай уҡ кейемегеҙҙе биҙәүестәр, ялтырауыҡтар менән тулыландырырға ла мөмкин.
Ир-егеттәргә джинсылар урынына салбар кейеү отошло булыр. Күлдәк һәм пиджәк тураһында ла оноторға ярамай. Галстук таҡһалар ҙа була.
Читайте нас: