газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Декабрь 2019, 13:10

Тырнаҡтар ҙа нимә тураһындалыр һөйләй

Сәләмәт кешенең тырнаҡтары тигеҙ алһыу ғына төҫтә була.

Сәләмәт кешенең тырнаҡтары тигеҙ алһыу ғына төҫтә була. Тырнаҡ үҙе лә шыма, үтә күренмәле һәм һығылмалы булырға тейеш. Ундағы үҙгәрештәр организмдағы етди ауырыуҙар тураһында иҫкәртеүе ихтимал. Аҡһыл арҡыры һыҙыҡтар - хроник полиартрит һәм эсәк ауырыуҙары билдәһе. Әгәр ҙә ул һыҙыҡтар һорғолт төҫтә икән, тимәк, бөйөр бигүк сәләмәт түгел. Сәғәт быялаһы кеүек ҡабарып торған тырнаҡтар үпкә сире тураһында хәбәр итә. Тырнаҡтар күгәрһә, тиҙерәк кардиологҡа күренегеҙ. Йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын тик­шертергә кәрәк. Үтә ҡыҙыл тырнаҡтар гипертония тура­һында һөйләй. Һары таптар һәм тырнаҡтарҙың һары төҫө матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, бауыр ауырыуҙары хаҡында иҫкәртә. Тырнаҡтағы аҡ таптар ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертергә кәрәклеген белдерә. Шәкәр кимәле нормала булһа, тимәк, организмға А, С, Е витаминдары һәм кальций, тимер, цинк етмәй.

("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас: