газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
20 Декабрь 2019, 13:06

Мәйсәрә апайҙан сәскә бешереү рецебы

Биш йомортҡаға бер сәй ҡалағы сода (өйөп түгел) һалып ныҡ итеп туғырға. Он ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға ла, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, ярты сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.

Биш йомортҡаға бер сәй ҡалағы сода (өйөп түгел) һалып ныҡ итеп туғырға. Он ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға ла, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, ярты сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.Туҡмастыҡы кеүек йоҡа ғына итеп ҡамыр йәйәбеҙ, таҫмаларға киҫәбеҙ һәм урайбыҙ. Уртаһына ағас таяҡ ҡуйып, ҡайнар майға төшөрөп, йәһәт кенән болғатырға. Ризыҡ әҙер булғас, артыҡ майы ағып бөтһөн өсөн, уны йәй тишекле сүмескә, йә салфеткаларға төшөрөргә. Өҫтөнә шәкәр онтағы һибеп, табынға бирәбеҙ.
Читайте нас: