газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
13 Декабрь 2019, 13:16

Йондоҙҙар һеҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә

Һеҙҙең иғтибарға аҙналыҡ йондоҙнамә тәҡдим итәбеҙ. Йондоҙнамә (16 - 22 декабрь) Ҡуҙы (21.03 - 20.04) Һеҙҙән яҡлау көткән кешеләргә ҡарата битараф булмағыҙ. Ғаилә ағзаларының береһе менән күңелһеҙ хәл килеп тыуыуы ихтимал. Сәләмәтлегегеҙгә зарланмайһығыҙ. Карьера баҫҡысынан үрләтеүҙәре бар. Был осорҙа бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ.

Һеҙҙең иғтибарға аҙналыҡ йондоҙнамә тәҡдим итәбеҙ.

Йондоҙнамә (16 - 22 декабрь)

Ҡуҙы (21.03 - 20.04)

Һеҙҙән яҡлау көткән кешеләргә ҡарата битараф булмағыҙ. Ғаилә ағзаларының береһе менән күңелһеҙ хәл килеп тыуыуы ихтимал. Сәләмәтлегегеҙгә зарланмайһығыҙ. Карьера баҫҡысынан үрләтеүҙәре бар. Был осорҙа бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ.

Буға (21.04 - 21.05)

Отпускығыҙҙы бик күңелле үткәрерһегеҙ. Хеҙмәт урындағыларҙың эше күп булыр. Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Кемдер премия алыр, бәғзеләр отошло килешеү төҙөп ҡыуаныр. Яңғыҙҙар осраҡлы танышлыҡтарҙан ситтә торһон. Ҡомарлы уйындар уйнамағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 - 21.06)

Игеҙәктәрҙең был аҙнала мөһим документта хата ебәреүе мөмкин. Шуға күрә бик иғтибарлы булыу кәңәш ителә. Яңы йыл байрамын нисек үткәреү тураһында уйлана башлаһағыҙ ҙа була. Туғандарығыҙ бимазалап аптыратып. Туҡланыуығыҙҙы контролгә алығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 - 23.07)

Алда ҡатмарлы аҙна көтә. Етәкселек менән һүҙгә инерһегеҙ, дуҫтарығыҙ үпкәләр. Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ - кире ҡайтармауҙары ихтимал. Яҡындарығыҙҙың кәңәшен һаҡсыл ҡабул итегеҙ. Гел ултырып эшләгәндәргә спорт менән шөғөлләнеү ҡамасауламаҫ.

Арыҫлан (24.07 - 23.08)

Таныштарығыҙ араһындағы бер кешенең ҡылығы бик аптыратыр. Быны күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Көтмәгәндә ҡыуаныслы хәбәр еткерерҙәр. Руль артындағылар юлда ипләп йөрөһөн. Финанс хәлегеҙ еңеләйер. Ҡыйбатлы бүләк менән шатландырырҙар.

Ҡыҙ (24.08 - 23.09)

Алынған тәҡдим тормошоғоҙҙо ныҡлы үҙгәртер. Ҡурҡмағыҙ, улар һеҙгә бәхет кенә килтерәсәк. Еткәсе булып эшләгәндәргә хеҙмәткәрҙәрегеҙ менән йомшағыраҡ мөғәмәләлә булырға кәрәк. Өлкән йәштәгеләр һаулығын күҙ уңынан ысҡындырмаһын.

Үлсәү (24.09 - 23.10)

Ялығыҙҙы планлаштырыу өсөн яҡшы мәл. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусыларҙың сәләмәтлеге ҡаҡшар. Арзан хаҡҡа ҡиммәтле әйбер һатып алырһығыҙ. Уйламаған ерҙән аҡса кереүе ихтимал. Ваҡытығыҙҙы күберәк ғаиләгеҙгә бүлегеҙ.

Саян (24.10 - 22.11)

Ҡулығыҙға бер эш тә бармаҫ. Тик был осорҙо сабыр үткәреп ебәрергә тырышығыҙ. Тиҙҙән бар проблемаларығыҙ ҙа еңел генә хәл ителер. Дуҫтарығыҙ менән осрашырһығыҙ. Йышыраҡ саф һауала йөрөгөҙ, витаминдар ҡабул итегеҙ, массаж эшләтегеҙ.

Уҡсы (23.11 - 21.12)

Етәкселек һәм хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр бынамын тигән булыр, ә йорттағылар менән - юҡ. Хәлдәр аҙна аҙағына ғына көйләнер. Ымһындырғыс тәҡдимдән баш тартығыҙ. Файҙа килтермәгән әйберҙәр алмағыҙ, фаст-фуд менән мауыҡмағыҙ.

Ылаҡ (22.12 - 20.01)

Барыһы ла һеҙ планлаштырғанса булмаҫ. Көйәләнмәгеҙ, эште үҙағышына ҡуйығыҙ. Балаларығыҙға наҙығыҙҙы йәлләмәгеҙ, йышыраҡ хәлдәрен белешегеҙ. Тормошоғоҙҙан көнләшкән кешеләр менән аралашыуҙы туҡтатығыҙ. Мөхәббәт өлкәһендә үҙгәрештәр юҡ.

Һыуғояр (21.01 - 19.02)

Хеҙмәтегеҙ, ниһайәт, хөрмәт табасаҡ. Етәксегеҙҙән маҡтау һүҙҙәре ишетерһегеҙ, премия биреүҙәре лә ихтимал. Икенсе яртығыҙ менән аралар һыуыныр. Насар ғәҙәттәрегеҙҙән арынығыҙ. Туғандарығыҙҙың ҡайһыныһыналыр ҡиммәтле дарыу алырға тура килер.

Балыҡ (20.02 - 20.03)

Ялығыҙҙы тәбиғәт ҡосағында, дачала үткәрегеҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыуы мөмкин. Водителдәр был осорҙа юлда иғтибарлы булһын. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар көтә. Шау-шыулы сараларға барыу кәңәш ителмәй. Спиртлы эсемлектәр эсеүҙән баш тартығыҙ.



Читайте нас: