Йома көнө эсендә бөтөн доғалар ҡабул булған бер сәғәт барҙыр, был сәғәткә доғалар ҡабул булыу сәғәте тип әйтелә.
Теләгең ҡабул булһын өсөн доға:
"Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә".
Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт бәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».
Йома көнө эсендә бөтөн доғалар ҡабул булған бер сәғәт барҙыр, был сәғәткә доғалар ҡабул булыу сәғәте тип әйтелә. Был сәғәттең Йома көнөнөң ҡайһы мәлендә булғанлығы хаҡында төрлө фекерҙәр бар. Быларҙың иң ышаныслыһы, имамдың минбәргә сығып, Йома намаҙын ҡылдырып бөтөргәнсегә тиклем булған ваҡыт тигән фекер. Был сәғәттә ысын күңелдән ҡылынған доғаларҙың һис шикһеҙ ҡабул буласаҡтары хаҡында, ҡайһы бер хәҙис шәрифтәрҙә шулай тиелә:
“Йома көнө эсендә шундай бер сәғәт барҙыр, был сәғәттә намаҙ уҡып, доға ҡылған һәр бер ҡолдоң доғалары Аллаһ тарафыннан һис шикһеҙ ҡабул ителер”.
“Имамдың минбәргә менеп, уның намаҙ ҡылдырып бөтөргәнсегә тиклем ваҡыт – доғаларҙың ҡабул булыу сәғәтелер”.