Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
12 Декабрь 2019, 15:17

Бергәләп йырлайыҡ!

Иғтибарығыҙға Резеда Әмәкәсованың "Тормош ҡәҙере" йырын тәҡдим итәбеҙ. Ҡәҙерҙәрен белер өсөн Ғүмер тик бер бирелә. Нисек кенә йәшәһәң дә Үтһә, ҡайтмаҫ кирегә.

Иғтибарығыҙға Резеда Әмәкәсованың "Тормош ҡәҙере" йырын тәҡдим итәбеҙ.


1. Ҡәҙерҙәрен белер өсөн

Ғүмер тик бер бирелә.

Нисек кенә йәшәһәң дә

Үтһә, ҡайтмаҫ кирегә.


2. Ҡәҙерҙәрен белгәндәргә

Йәшәү - бәхет, ҙур байрам.

Таң ҡалдырғыс һәр бер көнө,

Һәр кемде итер хайран.


3. Хоҙай биргән ғүмерҙәрҙе

Матур итеп йәшәйек.

Ике түгел, берәү генә,

Тормош ҡәҙ(е)рен беләйек


4. Ҡәҙерҙәрен белер өсөн

Ғүмер тик бер бирелә.

Нисек кенә йәшәһәң дә

Үтһә, ҡайтмай кирегә.
Читайте нас: