Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
12 Декабрь 2019, 18:40

Бер стакан ҡаймаҡ һеҙгә... (Көләмәстәр)

Бер аяғына быйма, икенсеһенә итек кейгән әбейҙән кешеләр аптырап һорай икән: - Әбей, ниңә улай кейенеп алдың? - Әле генә радионан: «Урыны менән ямғыр, урыны менән ҡар көтөлә», - тинеләр бит.

Бер аяғына быйма, икенсеһенә итек кейгән әбейҙән кешеләр аптырап һорай икән:
- Әбей, ниңә улай кейенеп алдың?
- Әле генә радионан: «Урыны менән ямғыр, урыны менән ҡар көтөлә», - тинеләр бит.
***
Һабан туйы бара. Бына бер төркөм йүгереүселәр үтеп китә. Шуны күргәс бәләкәй Илдар:
- Ниңә шулай йүгерәшәләр ул? - ти.
- Беренселекте алыусыға бүләк бирәләр, улым, - ти атаһы.
- Улайһа. ниңә арттағылар йүгерә икән?
***
- Һеҙ гармунда уйнай беләһегеҙме?
- Әллә. әйтә алмайым... Бер ҙә уйнап ҡарағаным юҡ.
***
- Нәфисә, һинең медальоныңдың эсендә нимә?
- Иремдең сәсе.
- Бәй, ул иҫән бит әле.
- Иҫән дә ул, ә башы күптән таҡыр.
***
Телевизор ҡарап ултырған ҡатын, тәрән көрһөнөп, иренә үпкәләй:
- Күрәһеңме, был кеше ҡатынын нисек ярата!
- Ошо ролде уйнаған иргә, беләһеңме, ни ҡәҙәре аҡса түләйҙәр!..
Читайте нас: