Йәш олоғайыу менән организмда төрлө проблемалар ҙа килеп тыуа. Шуға күрә, тәү сиратта, ашау-эсеүҙе контролдә тоторға кәрәк.
Уның составында шәкәр күп, һыуһынды баҫмай, бер ниндәй файҙаһы ла юҡ. Мәҫәлән, кока-кола банкаһында уртаса 6-8 ҡалаҡ шәкәр бар. Был өлкән кеше өсөн бер көнлөк норманан артып китә. Рационға артыҡ углеводтар өҫтәлә, матдәләр алмашыныуы боҙола. Шуға күрә диабет ҡурҡынысы янауы ихтимал.
Составында бер файҙалы нәмә лә юҡ. Уны даими ҡулланыу атеросклероз үҫешенә килтерә.
Баш мейеһенә яҡшылап эшләргә ирек бирмәй, хәтерҙе насарайта. Был илленән һуң үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙертә.
Магазинда һатылғандары тураһында һүҙ ҙә юҡ. Улай ғына түгел, хатта үҙең яһағанынан да баш тартырға кәрәк. Ни өсөнмө? Мәҫәлән, бер стакан һут алыр өсөн уртаса дүрт әфлисун кәрәк. Организмға бер юлы күпме шул тиклем күп күләмдә йыйылған фруктозанан гликемия башланырға мөмкин. Еләк-емеште былай ғына ашағанда артыҡ ҡурҡынысы юҡ. Әммә самаһын белергә кәрәк.