Доғаларым ҡылам һәр көн һайын
Иҫән йөрөһөн тип балаҡайым,
Юлдаш булһын изге теләктәрем,
Ярҙам бирсе, Раббым Аллаҡайым..
Ауырлыҡтар уны урап үтһен,
Маҡсатына балам барып етһен,
Тулы тормош менән донъя көтһөн,
Изге доғаларым ярҙам итһен..
Уңыш булһын , балам ,эштәрендә,
Бөтмәҫ көстәр артһын йөрәгеңдә,
Ныҡ тор, балам, әйткән һүҙҙәреңдә,
Ҡыйыу атла яҙмыш үрҙәренә.
Доғаларым, изге доғаларым,
Рәхмәтле һәм Рәхимле бул, тиеп
Ялбарамын Раббым Аллама...
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ.