газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
29 Ноябрь 2019, 15:22

Һин генә кәрәк (Йырлап алайыҡ бергәләп)

Ҡушымта: Мең төрлө ғазаптарҙы Һыйҙыра бит бер йөрәк. Иң бәхетле булыр өсөн Миңә һин генә кәрәк.

1.Һағынып яна йөрәк

Осрашабыҙ ник һирәк?

Йәшәр өсөн, йәшәр өсөн,

Миңә бары һин кәрәк

Һиңә барыр юлымда

Үҫә ҡуйы тал тирәк

Аҙаштырмаҫ өсөн юлда,

Миңә бары һин кәрәк


Ҡушымта:

Мең төрлө ғазаптарҙы

Һыйҙыра бит бер йөрәк.

Иң бәхетле булыр өсөн

Миңә һин генә кәрәк.


2.Сәләм килә, үзең юҡ,

Өҙөлә шуға үҙәк.

Серҙәремде һөйләр өсөн

Миңә бары һин кәрәк.

Яратыулы ҡараштан,

Гөлдәр үҫә тиҙерәк.

Иң матурым тейәр өсөн

Миңә бары һин кәрәк.


3.Йүгереп менер инем

Тауҙары бейегерәк,

Шунда менер өсөн

Миңә һин генә кәрәк.

Ауыр саҡтар килгәндә ,

Булырмын һиңә терәк

Һынауҙарҙы уҙар өсөн,

Миңә бары һин кәрәк.


Читайте нас: