Ҡамыр өсөн 5 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 250 грамм ваҡланған әстерхан сәтләүеге, 1 сәй ҡалағы сода, яҡынса он кәрәк.
Бөтә ингредиенттарҙы бергә бутайбыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Шуны өс өлөшкә бүлеп, һәр береһен 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 15-20 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Крем өсөн 1 банка ҡуйыртылған һөттө 1 ҡап аҡ май менән бутайбыҙ. Һәр корждың араһына һылайбыҙ. Торттың ситтәрен, өҫтөн үҙең теләгәнсә биҙәргә мөмкин.