Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
22 Ноябрь 2019, 18:44

Әсәй ҡосағы

Алсы әсәй, мине ҡосағыңа, Ҡайтайымсы бала сағыма. Һинең ҡосағыңда ғына әсәй, Бала сағым ҡабат сағыла.

Алсы әсәй, алсы ҡосағыңа,
Алсы әле, алсы тағы ла.
Һинең ҡосағыңда ғына әсәй,
Бөтә ҡайғыларым юғала.
Тиңләйем мин, әсәй ҡосағыңды,
Аҡ кейеҙле, йылы бишеккә,
Балаларым ҡайтып керер тиеп,
Күҙ һалаһың һаман ишеккә.
Ҡуйыныңда ғына үҫтерҙең һин,
Бишек булды беҙгә ҡосағың,
Ҡылған доғаларың кеүек,
Шифалы ла бишек йырҙарың.
Ауырлыҡтар килеп тыуа ҡалһа,
Һыйынабыҙ һинең яныңа.
Күк йөҙөнөң сиге булмағандай,
Сикһеҙ рәхмәт, әсәй барына.
Алсы әсәй, мине ҡосағыңа,
Алсы әсәй, алсы тағы ла.
Һинең ҡосағыңда ғына әсәй,
Бала сағым ҡабат сағыла.
Ҡосағыңа алсы тағы ла.
Раушан Хазиәхмәтов
Раушания Мөлөкованан
⁓ Һеҙҙең һорау буйынса
Читайте нас: