*Ер шарында 163 төрлө маймыл тоҡомо бар. Уларҙың иң бейеге - горилла 212 см булһа, иң бәләкәйе 15 см ҙурлығында.
* Был йәнлектәр үҙ-үҙен бик ярата, көн һайын бишәр сәғәт буйы үҙҙәрен йәки парын матурлай, йөндәрен тарай, массаж яһай. Маймылдар ғаиләһендә күп ҡатынлыҡ хөкөм һөрә.
*Тын юлдары, тауыш сығарыу ағзалары үҫешкән, бәлә килерен һиҙгәндә уларҙың ҡысҡырғаны 3 - 4 км алыҫлыҡҡа ишетелә.
* Интеллект кимәле буйынса маймыл 14 йәшлек кешегә тиң, әммә уларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөмкин түгел: баш мейеһендә телмәр үҙәге бөтөнләй юҡ.
* Йылы яҡта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һыуыҡҡа сыҙамлы йәнлек һанала. Уртаса ғүмер оҙонлоғо - 22 йыл, орангутангтар 60 йәшкә тиклем йәшәй.
* Маймылдар банан ярата, тигән фекер дөрөҫлөккә тап килмәй. Улар был емеш төрөн һәм кокосты уйынсыҡ итеп файҙалана, ризыҡ булараҡ һирәк ҡуллана икән.