* Йомортҡа еңел әрселһен тиһәгеҙ, бешерер алдынан һыуға лимон һуты һәм аҙыраҡ сода һалығыҙ.
* Билмәндең ҡамыры ҡаты булһа, ҡайнап торған билмәнгә һалҡын һыу һалығыҙ. Билмән тәмле лә, йомшаҡ та буласаҡ.
* Һарымһаҡ микротулҡынлы мейестә үҙенән-үҙе таҙартыласаҡ. Бының өсөн уны 15 секундҡа иң юғары ҡыҙыулыҡҡа ҡуйырға кәрәк.
* Болғар боросо һатып алыр алдынан уның бүлкәттәренә иғтибар итегеҙ. Өс бүлкәтлеләрен сей килеш ашаһаң да була, улары баллыраҡ, ә дүрт бүлкәтлеләре әскелтем.
* Һуған турағанда иламайым тиһәгеҙ, турар алдынан 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.