– Ҡарасы, һөйөклөм, бөгөн ни тиклем балыҡ тоттом!
– Алдашма. Күрше Сәкинә һинең ит-балыҡ магазинына ингәнеңде күргән!.. Һөйләп китте инде миңә...
– Әәә, эйеее! Бер өлөшөн шул магазин хужаһына һатырға тура килде хатта!..
– Бәғерем, һин минең пиджәкте таҙарттыңмы?
– Ботинкаларҙы таҙарттыңмы һуң?
– Бәтәс, уларында ла кеҫә бармы ни?
Һунарсы өйөнә ҡайтып, мылтығын элеп ҡуя ла, һөйләнә-һөйләнә сисенә башлай:
- Фәриҙә, бөгөдән башлап өс ай буйы ит һатып алмаясаҡбыҙ.
- Әллә мышы атып алдыңмы?
- Юҡ, закон боҙған өсөн 20 мең штраф сәпәнеләр.
- Ниңә кешенең ҡолаҡтары икәү, ә теле берәү генә икән?
- Күберәк тыңлаһын, әҙерәк һөйләһен өсөн.