* Йәшел тәмлекәстәрҙе оҙағыраҡ һаҡлау өсөн ағып торған һыуҙа йыуырға һәм ҡағыҙға төрөп, полиэтилен тоҡсайға һалырға кәрәк. Һыуытҡыстың аҫҡы көштәһендә 2-3 аҙна яҡшы һаҡланасаҡ.
*Байрамдан ҡалған шарапты боҙ кантейнырына ҡойоп, туңдырырғысҡа ҡуйырға була. Һуңынан кәрәк саҡта алып, соусҡа ҡушырға мөмкин.
* Сумкағыҙҙан насар еҫ килһә, сәй пакеты йәки туҡымаға төрөлгән күмер киҫәктәре һалығыҙ.
* Салатҡа тоҙ, борос һипкәс кенә көнбағыш майы һалығыҙ. Май тоҙҙо иретмәй.
* Линолеумға элекке матурлығын ҡайтарыу өсөн теш пастаһы менән ялтыратырға кәрәк.
* Кухнялағы ағас һәм пластик таҡталарҙағы таптарҙы лимон ярҙамында бөтөрөргә була. Бының өсөн лимонды урталай бүлеп, һыуын таҡта өҫтөнә ағыҙырға һәм 20 минут тоторға кәрәк. Унан инде, әлбиттә, сайҡап ҡуйырға.
* Абажуры трикотаждан эшләнгән лампағыҙ бармы? Уға ҡунған туҙанды йыйып алыу өсөн кейем-һалымды таҙарта торған ролик бик яйлы.
* Көҙгөгә балағыҙ йәбештергән наклейканы нисек аҡтарып алырға белмәйһегеҙме? Өҫтөнә майонез һылағыҙ, ә унан эластик шпатель менән алығыҙ.