Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
15 Ноябрь 2019, 12:46

Үҫмерҙәр өсөн тест (Компанияңа бәйлелек кимәлең нисек?)

1. Ваҡытыңдың күп өлөшөн компанияң менән үткәрәһең (эйе - 1, юҡ - 0) 2. Килбәтһеҙ булһа ла, компанияңдағылар кеүек кейенәһең (эйе- 1, юҡ - 0).

3. Эргәңдә дуҫтарың булмаған саҡта ла, бергәләп эшләгәндәрҙе ҡылыуҙы дауам итәһең (эйе- 1, юҡ - 1).

4. Дуҫтарыңдан йыраҡта булғанда ла, ҡараштарың уларҙыҡыса, үҙгәрмәй (эйе- 1, юҡ - 1).

5. Дуҫтарың менән аралашыуға ҡағылышлы булмаған ҡыҙыҡһыныуың бармы (эйе - 0, юҡ - 1).

6. Компанияғыҙҙыҡынан айырылып торған, икенсе төрлө фекер йөрөтөүселәргә ҡарата агрессивһың, ундайҙар йәнеңде көйҙөрә (эйе - 1, юҡ - 0).

7. Дуҫтарың менән кәңәшләшмәйенсә, үҙ аллы ҡарар ҡабул итә алаһыңмы? (эйе - 0, юҡ - 1).

8. Сәбәбе булғанда, компания менән осрашыуҙан баш тарта алаһыңмы (эйе - 0, юҡ - 1).

9. Дуҫтарың араһында (компанияла саҡта) үҙ ҡарашыңда, фекереңдә тора алаһыңмы (эйе - 0, юҡ - 1).

9-ҙан 6-ға тиклем

Компанияңа саманан тыш бәйлеһең. Бәлки индивидуалерәк булырға кәәрктер, фекерҙәрең менән дә йышыраҡ уртаҡлаш. Юғиһә бөтөнләй “юғалыуың” ихтимал.

5-тән 3-кә тиклем

Ваҡытыңдың күп өлөшөн компания ҡосағында үткәрһәң дә, дуҫтарыңдың фекере ҡарар ҡабул иеүҙә төп роль уйнамай. Ҡотлайбыҙ, үҙаллылыҡ - камиллашыуға тәүге аҙым!

3-тән кәмерәк

Компания фекере һинең өсөн үтә мөһим түгел. Дуҫтарың менән осрашаһың, даими бәйләнештәһең, ҡарарҙарынан иреклеһең. Төрлө шарттарҙа үҙең булып ҡала беләһең. Афарин!


Читайте нас: