газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
15 Ноябрь 2019, 18:30

18 - 24 ноябргә аҙналыҡ йондоҙнамә

Ҡуҙы (21.03 - 20.04) Алда мәшәҡәтле осор көтә. Башкөллө эшкә сумып, ғаиләгеҙгә иғтибарҙы кәметә күрмәгеҙ. Шишәмбе күптән юғалтҡан әйберегеҙҙе табырһығыҙ. Элекке дуҫтарығыҙҙы осратырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 - 20.04)

Алда мәшәҡәтле осор көтә. Башкөллө эшкә сумып, ғаиләгеҙгә иғтибарҙы кәметә күрмәгеҙ. Шишәмбе күптән юғалтҡан әйберегеҙҙе табырһығыҙ. Элекке дуҫтарығыҙҙы осратырһығыҙ. Ял көндәрендә туғандарығыҙҙың береһенә ярҙамығыҙ талап ителеүе ихтимал. Буға (21.04 - 21.05)

Имиджығыҙҙы үҙргәртергә ваҡыт. Был һеҙгә үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тоторға мөмкинлек бирер. Иңегеҙгә яуаплы вазифа йөкмәтеүҙәре бар. Шәмбе көтөлмәгән ерҙән аҡса инер. Яңғыҙҙарҙың шәхси тормошо бөтөнләй икенсе йүнәлеш алыуы бар.

Игеҙәктәр (22.05 - 21.06)

Йондоҙҙар был осорҙа бик күп күңелле ваҡиғалар вәғәҙәләй. Йомарт булығыҙ - изгелегегеҙ икеләтә әйләнеп ҡайтыр. Мөхәббәт өлкәһендә барыһы ла яҡшы. Күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Күңелегеҙгә ни ята, шуның менән шөғөлләнегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 - 23.07)

Иң беренсе урында эш булыр. Шул арҡала һөйгәнегеҙ менән аралар киҫкенләшер.Ҙур ғына күләмдә премия алып шатланырһығыҙ. Ял тураһында ла онотмағыҙ. Шишәмбе яңы проектҡа тотоноу уңыш килтерер. Туҡланыу рационына иғтибар итегеҙ.

Арыҫлан (24.07 - 23.08)

Килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтарҙы партнерығыҙ менән бергә һөйләшеп хәл итегеҙ. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Был аҙнала юлдарҙа һаҡ булырға кәрәк. Балаларығыҙ өсөн хафаланырһығыҙ. Элек ебәргән хаталарҙы төҙәтеү өсөн яҡшы мәл.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Йортоғоҙҙа юҡ-барға тауыш ҡуптармағыҙ. Тыныслыҡты кире ҡайтарыу ауыр булыр. Мөһим ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйырға ашыҡмағыҙ. Һатып алған әйберегеҙҙән уңырһығыҙ. Ял итеп, көс йыйыу сәләмәтлегегеҙгә ыңғай йоғонто яһар. Финанс хәлегеҙҙе яҡшыртырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 - 23.10)

Күберәк саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Балаларығыҙ тулыһынса контролдән сығыр. Был һеҙгә күңелһеҙлектәр килтерәсәк. Матур, татлы һүҙҙәргә ышанырға ярамай. Үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ. Мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Саян (24.10 - 22.11)

Күңелегеҙгә ятмаған эш йөкмәтеүҙәре бар. Ризалашырға тура килер. Яңы күлдәк һатып алып булһа ла кәйефегеҙҙе күтәрегеҙ. Бурысҡа аҡса алыу кәңәш ителмәй. Яңғыҙҙарҙың үш ишен осратыр. Мауыҡтырғыс сараларҙан баш тартмағыҙ.

Уҡсы (23.11 - 21.12)

Тап ошо осорҙа үҙегеҙҙе бар яҡлап та аса алаһығыҙ. Эштән дә ҡурҡмағыҙ: бөтә ергә лә өлгөрәсәкһегеҙ. Өҫтәүенә, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә. Тамам ялҡытҡан финанс көрсөгөнән дә сығырһығыҙ. Ғаиләгеҙгә иғтибар һәм наҙҙы йәлләмәгеҙ.

Ылаҡ (22.12 - 20.01)

Шәхси тормошоғоҙҙағы хәлдәрҙе сит кешеләргә һөйләмәгеҙ. Һүҙ йөрөтөүселәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Эш алыштырыу, яңы проекттарға тотоноу өсөн яҡшы мәл. Алыҫ юлға сығыу көтөлә. Уяу булығыҙ. Үтескә аҡса биреү финанс ҡыйынлыҡтарына килтерер.

Һыуғояр (21.01 - 19.02)

Аҙна ҡатмарлы буласаҡ. Ҡаршылыҡтар һәм ҡатмарлыҡтар аҙым һайын осрап торор. Дуҫтарығыҙ ярҙам һораһа, баш тартмағыҙ. Һөйгәнегеҙ менән һүҙгә инмәҫкә тырышығыҙ.Әгәр үҙегеҙ ғәйепле булһағыҙ, мотлаҡ ғәфү үтенегеҙ. Алкоголдән баш тартығыҙ.

Балыҡ (20.02 - 20.03)

Һәр яҡлап та уңыш йылмайыр. Һаулығығыҙ - ныҡ, кәйефегеҙ көр. Эшкә һуңламаҫҡа тырышығыҙ, юғиһә, етәксегеҙҙән шелтә алырһығыҙ. Таныш булмаған кешеләрҙе үҙегеҙҙән йыраҡ тотоғоҙ. Алынған тәҡдимдәрҙе ҡабул итер алдынан ентекле тикшерегеҙ.


Читайте нас: