Аҡса гөлө бактерияларға ҡаршы ҡулланыла, ялҡынһыныуҙы бөтөрә һәм яраларҙы төҙәтә.
*Янған, күгәргән ерҙәрҙе, яраларҙы бөтөрөү өсөн, япраҡтарынан бутҡа яһап, сирле ергә һылап, бинт менән бәйләргә. 2-3 сәғәттән бәйләместе (повязканы) алыштырырға.
10-15 япраҡтың һутын һығып, быуындарға йоҡо алдынан һөртөргә.
10 япраҡ һутын һығып, 200 мл һыу ҡушып, тамаҡты көнөнә 3-5 тапҡыр сайҡатырға.
Бер нисә япраҡтың һутын һығып, 30 минут һайын герпесҡа һыларға. Һутты мамыҡҡа һеңдереп, герпесҡа ҡуйып, лейкопластырь менән нығытып ҡуйырға ла мөмкин.
Уртаға ярылған япраҡты ҡуйырға. Шунда уҡ файҙаһы тейәсәк.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.