1 банка ҡуйыртылған һөт, 2 йомортҡа, 0,5 сәй ҡалағы аш содаһы, 1 стакан он кәрәк буласаҡ.
Барыһын да бергә бутап, артыҡ ҡуйы булмаған ҡамыр туғырға. Ҡамырҙы майланған табаға ағыҙырға һәм 200 градусҡаса йылытылған духовкала алтынһыу-көрән төҫкә ингәнсе бешерергә. 7-10 минуттан коржды алып, таҫтамалға һалырға. Тиҙ генә эслекте йәйеп, рулет итеп төрөргә. Эслек өсөн 2 лимонды ит турағыстан үткәреп, 1 стакан шәкәр ҡомо менән бутарға.