газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
11 Ноябрь 2019, 12:37

"Көнбағыш" салаты

Тауыҡтың 250 гр түш ите, 150 гр ҡаты сыр, бешкән 5 йомортҡа, бешерелгән 200 гр бәшмәк (шампиньон яҡшыраҡ), 3 баш һуған, 4 бешкән картуф, 3 аш ҡалағы самаһы ҡара зәйтүн, бер ҡап чипсы, майонез алына.

Тауыҡтың 250 гр түш ите, 150 гр ҡаты сыр, бешкән 5 йомортҡа, бешерелгән 200 гр бәшмәк (шампиньон яҡшыраҡ), 3 баш һуған, 4 бешкән картуф, 3 аш ҡалағы самаһы ҡара зәйтүн, бер ҡап чипсы, майонез алына.

Тауыҡ итен, бәшмәк, һуғанды ваҡ итеп кенә турайҙар. Йомортҡаның ағын, сыр менән картуфты ҡырғыс аша үткәрәләр.

Ҙур тәрилкәгә тәүҙә тауы ите һалына. Өҫтөнә майонез һылағыҙ.

Артабан һуғандың ярты өлөшө, картуф, бәшмәк, ҡалған һуған, майонез.

Киләһе ҡатлам - ул йомортҡа ағы, сыр, майонез. Йомортҡа һарыһы ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, салат өҫтөнә тотош һибелә.

Тәрилкәнең ситенә "көнбағыш тажы" рәүешендә чипсы теҙеп, уртаға түңәрәкләп урталай бүленгән зәйтүн һалына.
Читайте нас: