газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
11 Ноябрь 2019, 13:12
"Ағым һыу" йыры (Бергәләп йырлайыҡ)
Өмөттәрең өҙөлгәндә Аҡҡан һыуҙарға ҡара. Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, Ағын һыу юлын таба.
Ризван Хәкимов көйө.
Марат Кәбиров һүҙҙәре.
1. Күңелең китек булһа ла,
Булһа ла тәрән яра,
Керпегең түбән ҡаҙама
Аҡҡан һыуҙарға ҡара.
Ҡушымта:
Өмөттәрең өҙөлгәндә
Аҡҡан һыуҙарға ҡара.
Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла,
Ағын һыу юлын таба.
2. Булыр инде был донъяның
Тетрәнеп алған сағы,
Дер һелкенеп алған сағы,
Утларға һалған сағы.
3. Донъялар ниндәй булһа ла,
Бары сыҙарға ҡала.
Сабырлыҡтарың һынғанда
Ағым һыуҙарға ҡара.
Ҡушымта:
Сабырлығыңды һындырма
Аҡҡан һыуҙарға ҡара.
Ни ҡаҙәр ауыр булһа ла
Ағым һыу юлын таба.
Өмөттәрең өҙөлгәндә
Аҡҡан һыуҙарға ҡара.
Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла,
Ағын һыу юлын таба.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?