газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
1 Ноябрь 2019, 17:02

Рәхмәт, Хоҙайым!

Һәр көн иртән, уянғас та Доғалар ҡылам: Бөгөн дә атты матур таң Мең рәхмәт, Аллам!

Һәр көн иртән, уянғас та

Доғалар ҡылам:

Бөгөн дә атты матур таң

Мең рәхмәт, Аллам!

Сәләмәтлек, иҫәнлек бир

Мул, тыныс тормош,

Аяҙ күк, шатлыҡлы ғумер,

Бәхетле яҙмыш.

Балалар, дуҫтар, яҡындар,

Ҡәрҙәш, туғандар,

Берләшеп, татыу йәшәһен

Имен торһондар.

Яҡты, матур киләсәктәр,

Иман һорайым,

Һәр атҡан таң үҙе бәхет

Рәхмәт, Хоҙайым!


Зөлфиә Әлимғолова
Читайте нас: