Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
1 Ноябрь 2019, 16:51

Маринадланған кәбеҫтә

2 кг кәбеҫтә, 400 гр кишер, 4 бүлкәт һарымһаҡ кәрәк. Өҫтәп алма, татлы борос, сөгөлдөр һалырға була. Маринад өсөн: 150 мл көнбағыш майы, 150 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 100 гр шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 3 лавр япрағы, 5-6 бөртөк ҡара борос, 0,5 л һыу кәрәк.

Кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турап, кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, һарымһаҡты турап, ныҡ тығыҙламай банкаларға тултырырға һәм өҫтөнә ҡайнап торған маринадты ҡойорға. Кәбеҫтә йомшармаһын, тәмен юғальмаһын өсөн һыуытҡыста тоторға кәрәк.
Читайте нас: