газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
25 Октябрь 2019, 14:32

Йондоҙнамә (28 октябрь-3 ноябрь)

Киләһе аҙнала арыҫландар һөнәри яҡтан ҙур еңеүҙәргә ирешер, ҡыҫалалар эштәге ҡыйынлыҡтар арҡаһында борсолоп алыр, ә үлсәүҙәргә был арала аҡса менән бик һаҡ эш итергә кәңәш ителә. Ғөмүмән, киләһе аҙнала беҙҙе нимә көтә? Белгегеҙ килһә, йондоҙнамәне уҡығыҙ...

Ҡуҙы (21.03-20.04)

Һөнәри эшмәкәрлегеҙгә бәйле киҫкен ҡарарҙар ҡабул итергә кәңәш ителмәй. Һеҙ үҙегеҙҙе иркен итеп тойорға теләрһегеҙ. Һөйгәнегеҙгә ҡарата көнләшеү тойғоһо уяныр. Дауаланыу курстары үтеү талап ителер.

Буға (21.04-21.05)

Буғаларға тирә-яҡтағылар менән күп аралашырға тура килер. Финанс өлкәһендә тотороҡлолоҡ һаҡланыр. Икенсе яртығыҙ менән сәфәргә сығыу мөхәббәтегеҙҙе нығытыр. Ремонт кеүек эштәрҙе һуңғараҡҡа ҡалдырығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)

Игеҙәктәр ғаиләлә яҡшы мөхит өсөн яуап бирер. Өлкәнерәк вәкилдәр тураһында хәстәрлек күрерһегеҙ. Сирҙәрегеҙҙе ваҡытында дауаларға тырышығыҙ. Шулай уҡ яҡшы кәйеф бүләк итеүсе сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)

Эштәге ҡыйынлыҡтар арҡаһында борсолоп алырһығыҙ. Ҙурыраҡ тәжрибәле коллегаларығыҙҙан ярҙам һорарға оялмағыҙ. Парлыларҙың барыһы ла яҡшы булыр. Спорт менән шөғөлләнеүгә ваҡыт табығыҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)

Һөнәри яҡтан ҙур еңеүҙәргә ирешерһегеҙ, әммә тирә-йүндәгеләргә был оҡшамаҫ. Кеше һүҙенә ҡарамағыҙ. Яҡындарығыҙ өй мәшәҡәттәренән арындырыр. Шәхси тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ.

Ҡыҙ (24.08-23.09)

Төп хеҙмәтегеҙ, йәмәғәт эштәре күп ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө алыр. Ял көндәрендә яҡындарығыҙға иғтибар бүлеү мөһим. Кредит алыу өсөн отошло осор. Йәрәхәт алыу ихтималлығы ҙур.

Үлсәү (24.09-23.10)

Был арала аҡса менән бик һаҡ эш итергә кәрәк булыр, бик ҙур сумманы юғалтыуығыҙ ихтимал. Тыуған йортоғоҙҙа тәртип булдырырға тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлау ауырға төшөр.

Саян (24.10-22.11)

Күп хата ебәреп, уларҙы төҙәтергә тура килер. Уңышһыҙлыҡтарығыҙҙың сәбәптәрен асыҡлағыҙ. Яратҡан кешегеҙҙе сайттарҙан эҙләмәгеҙ. Яҡшы ял ойоштороп алыу ҙа ҡамасауламаҫ.

Уҡсы (23.11-21.12)

Уҡсыларҙың юлында бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар осрамаҫ. Ҙур эштәрҙең осона сығыу, яңы йәшәү урынына күсеү, яңы килем сығанағы табыу - барыһы ла шыма ғына барыр. Ял көндәре пландары тураһында яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)

Яңы фекерҙәш дуҫтар табырһығыҙ. Тик ғаиләгеҙ хаҡында онотмағыҙ, юғиһә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыр. Оҙайлы сәфәрҙәрҙән баш тартығыҙ. Төрлө күңел асыу саралары тормошоғоҙға сағыулыҡ индерер.

Һыуғояр (21.01-19.02)

Һеҙ күптән ҡалдырылып килгән маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға тотонорһоғоҙ. Яңы файҙалы шөғөлдәр ҙә табырһығыҙ. Мөхәббәт өлкәһендә лә уңыш йылмайыр. Машина йөрөтөүселәргә иғтибарлыраҡ булһын.

Балыҡ (20.02-20.03)

Йәнегеҙгә тейгән ваҡиғалар, әйбәрҙәр сығып торор. Туғандарығыҙ менән арағыҙҙан «ҡара бесәй» йүгереп үтер. Күңелде тынысландырыу өсөн һәйбәт ял ойоштороғоҙ. Кредитты ҡаплау мөмкинлеге барлыҡҡа килер.
Читайте нас: