Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
21 Октябрь 2019, 13:21

Һуңғы хатың

Һалҡынлығың өҙҙө араларҙы, Өмөттәрем ебе һүренде. Вәғ(ә)ҙәләшкән йәрем - ярты йәнем, Инде хәҙер онот тиһеңме?

Һуңғы хатың ята өҫтәлемдә,

Һуңғы хатың, һуңғы сәләмең.

Мин үҙемде түгел - йәшлегемде,

Үткәнемде генә йәлләнем.


Йыртылғанды ҡоршап булмағандай,

Бүленгәнгә бәхет, ҡот ҡунмаҫ.

Яңғыҙ ҡалғанда ла ысын кеше

Ғәйеп һөйләп ятҡа заң һуҡмаҫ.


Ысын йөрәк кенә һөйә белә,

Мөхәббәттең була үҙ моңо.

Һин ҡалдырған утлы ғазаптар ҙа

Ташлап китер табып үҙ юлын.


Һуңғы хатың ята өҫтәлемдә,

Һуңғы хатың, һуңғы сәләмең.

Мин үҙемде түгел - йәшлегемде,

Үткәнемде генә йәлләнем.


Нәзирә ИШҠОЛОВА.
Читайте нас: