Хушбуй еҫ концентрацияһы буйынса иң юғары процентты биләй (96 процент спиртта 15 процент еҫ). 5-10 сәғәт аңҡып тора. Шуға ул бәләкәй генә флакондарҙа пульверизаторҙарһыҙ һатыла. Хаҡы ла ҡыйбат.
Парфюм һыуында 90 процентта 10-12 процент еҫ була. Ҙур һауыттарҙа дозатор менән һатыла.
Туалет һыуы. Еҫе көслө түгел, өс сәғәткә етә. Йышыраҡ ҡулланырға кәрәк.
Одеколон еҫе һиҙелер-һиҙелмәҫ, тиҙ осоп бөтә.
Хушбуй - ҡимммәтле тауар. Ялған парфюмдың еҫе оҙаҡ тормай, тәнгә һиптерһәң, еҫен үҙгәртә.
Ысын хушбуй ҡабы целлофанға төрөлә. Уның ситтәре скотч менән йәбештерелмәй. Целлофан бөкләнеп торорға тейеш түгел. Яҙыуҙар асыҡ күренә. Ҡаптың эсендә һауы тығыҙ ултырһын өсөн өҫтәмә картоны була. Флакондың ҡапҡасы тығыҙ ябыла. Дозаторы дөйөм дизайнға тура килеп тора, тигеҙ һиптерә. Һауыттың аҫтындағы серия номеры ҡапты ла күрһәтелергә, һандар тура килергә тейеш. Хушбуй 100, 50, 30 миллилитрлы флакондарға ҡойола.