газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Ял сәғәтендә
18 Октября 2019, 13:21

Ҡайҙа һеҙ, йәшлегем йылдары? (Бергәләп йырлайыҡ)

Эҙләй-эҙләй йәшлегемде, Артығыҙҙан йүгерҙем. Ҡайҙа һуң һеҙ, ун һигеҙем, Ун туғыҙым, егермем?

Йәшлегем, йәшлек йылдарым,

Ҡайҙа һуң һеҙ, ҡайҙа һеҙ?

Эҙләһәм дә, табалмайым,

Өндәшһәм дә файҙаһыҙ.


Эҙләй-эҙләй йәшлегемде,

Артығыҙҙан йүгерҙем.

Ҡайҙа һуң һеҙ, ун һигеҙем,

Ун туғыҙым, егермем?


Онотмайым йәшлегемде

Сәстәргә сал керһә лә.

Ҡайтарығыҙ йәшлегемде

Аҙға ғына булһа ла.


Эҙләй-эҙләй йәшлегемде,

Артығыҙҙан йүгерҙем.

Ҡайҙа һуң һеҙ, ун һигеҙем,

Ун туғыҙым, егермем?


Йәшлегем, һис юғында һин

Йышраҡ иҫкә төшһәнә.

Йәшәреп киткәндәй булам

Йәшлек иҫкә төшкәндә.


Эҙләй-эҙләй йәшлегемде,

Артығыҙҙан йүгерҙем.

Ҡайҙа һуң һеҙ, ун һигеҙем,

Ун туғыҙым, егермем?


Шамил Тимербулатов көйө

Роберт Миңнуллин һүҙҙәре
Читайте нас