Помидорҙарҙы түңәрәкләп, сырҙы артыҡ ҙур итмәйсә, киҫәкләп, һарымһаҡты эре генә итеп турарға. Зәйтүн емештәре, һарымһаҡ, базиликты һәм үҫемлек майы һалып блендерҙа ваҡларға. Табаға ҡамырҙы йәйеп һалырға. Балыҡты ҡамыр өҫтөнә һалыр алдынан ҡороторға кәрәк һәм тиреле яғы менән аҫҡа ҡаратып һалырға. Балыҡ өҫтөнә әҙерәк үҫемлек майы һибергә, тоҙ, борос менән тәмләтергә, һуңынан зәйтүн емештәренән әҙерләнгән пастаны йәйеп һалырға. Уның өҫтөнә помидор телемдәрен һәм сыр киҫәктәрен теҙергә. Ҡамырҙың ситтәрен эскә ҡаратып бөгөп ҡуйырға һәм еңелсә генә туҡылған йомортҡа һыларға. 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 35 минут бешерергә.