* Ҡулға ыҫланған йәки тоҙланған балыҡ еҫе һеңһә, уны йыуған ваҡытта саҡ ҡына теш пастаһы ҡулланығыҙ.
* Цитрустар һәм помидор һыуытҡыста һаҡланмай, сөнки түбән температура был аҙыҡтарҙың тәмен, еҫен боҙа.
* Дөгө ярмаһы көйгәндә уның өҫтөнә 5-10 минутҡа аҡ икмәк киҫәген һалып торалар.
* Чили кеүек әсе боросто ҡырҡҡанда ҡулығыҙға үҫемлек майы һөртһәгеҙ, уның әсе тәме бармаҡтарға һеңмәҫ.