газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
14 Октябрь 2019, 12:45

Һеҙгә аҙ ҡанлылыҡ янамаймы?

Үҙегеҙгә аҙ ҡанлылыҡ янау-янамауын түбәндәге тест һорауҙарына яуап биреп белегеҙ.

Үҙегеҙгә аҙ ҡанлылыҡ янау-янамауын түбәндәге тест һорауҙарына яуап биреп белегеҙ.

1. Ит ашайһығыҙмы?

А) йыш (1)

Б) һирәк (4)

В) юҡ тиерлек (6)

2. Емеш-еләк, йәшелсәне даими ашайһығыҙмы?

А) көн һайын тиерлек (1)

Б) йыш (3)

В) һирәк (5)

3. Ашауҙа үҙегеҙҙе сикләйһегеҙме?

А) йылына ике тапҡыр (2)

Б) бик йыш (6)

В) бер ҡасан да (1)

4. Дөйөм хәлегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?

А) бер үк кимәлдә - яҡшы (2)

Б) төрлөсә (4)

В) тиҙ һәм йыш арыйым (6)

5. Бер нәмәгә тиҙ генә иғтибарығыҙҙы йүнәлтеп, башкөллө эшкә сума алаһығыҙмы?

А) эйе (1)

Б) һирәк һәм был минән күп көс талап итә (2)

В) ауырлыҡ менән йәки тиҙ генә арыйым (6)

Һөҙөмтәләр:

10 мәрәйҙән кәм: организмығыҙҙа тимер күләме етерлек

10-20 мәрәй: һеҙгә тимер етмәй, рационығыҙға иғтибар бирегеҙ. Составында тимер булған ризыҡтар ҡулланығыҙ.

21 мәрәйҙән күп: һеҙҙә тимер дефициты. Тикшерелеү һәм дауаланыу өсөн кисекмәҫтән врачҡа күренегеҙ.


Читайте нас: