Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
4 Октябрь 2019, 13:02

7 - 13 октябргә аҙналыҡ йондоҙнамә

Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Эшегеҙҙәге бурыстарға яуаплыраҡ ҡарағыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Эшегеҙҙәге бурыстарға яуаплыраҡ ҡарағыҙ. Күңелегеҙгә ятмаған кешеләр менән аралашыуҙан ситләшегеҙ. Яңы танышлыҡтар өсөн уңайлы осор. Бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ. Дүшәмбе иң ҡатмарлы көн булмаҡсы. Ялдарға пландарығыҙҙың өҙөлөүе бар.

Буға (21.04 – 21.05)

Был аҙнала иң мөһиме - тирә-йүндәгеләр менән уртаҡ тел табыу. Яңы эштәргә шаршамбы тотоноғоҙ. Алыҫ юлға сығыу кәңәш ителмәй. Буш ваҡытығыҙҙы ғаиләгеҙгә бағышлағыҙ. Улар әле һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Етәксегеҙ әйткән тәнҡит һүҙҙәренә үпкәләмәгеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Тап әлеге ваҡытта ҡуйған маҡсаттарығыҙға ҡыйыу ирешә алаһығыҙ. Мөхәббәт өлкәһендә хәлдәр шәп. Таныш булмаған кешеләрҙе үҙегеҙҙән йыраҡ тотоғоҙ. Кемдер маҙағыҙға тейеп аптыратыр. Күберәк саф һауала йөрөгөҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Ҡиммәтле әйберҙе отошло ғына һатып алырһығыҙ. Карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеге бар. Аҙнаның икенсе яртыһында ҡатмарлы һәм яуаплы эш тапшырырҙар. Һөйгәнегеҙ менән арағыҙ ныҡ, әммә уға иғтибарҙы кәметмәгеҙ. Дөрөҫ туҡланыуға күсегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Бөтә эштәрҙе лә еңел башҡарырһығыҙ. Ысын мөхәббәттегеҙҙе осратырһығыҙ. Яҡын дуҫтарығыҙҙың һеҙгә аяҡ салырға маташыуы ғына кәйефегеҙҙе төшөрөр. Уйламаған ерҙән өҫтәмә килем керер. Балаларығыҙҙы социаль селтәрҙәрҙә хәүеф һағалауы ихтимал.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Эре әйбер һатып алғанда айырыуса һаҡ булығыҙ - отолоп ҡуйыуығыҙ бар. Шәхси тормошоғоҙҙа тынлыҡ урынлашыр. Сәләмәтлек торошонда аҙ ғына үҙгәрештәр тойһағыҙ ҙа, врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Йома мөһим хәбәр ишетерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ашығыс эштәр килеп тыуыр, ныҡ йонсорһоғоҙ. Ял итергә ваҡыт. Өйҙәгеләр араһында низағ сығыр. Халыҡ күп йөрөгән урындарға барыуҙан тыйылырға кәрәк. Шәмбе - яратҡан кешегеҙ менән осрашыу өсөн иң уңышлы көн.

Саян (24.10 – 22.11)

Һөйгәнегеҙҙән хис-тойғоларығыҙҙы йәшермәгеҙ. Аралар һыуыныуға юл ҡуймағыҙ. Күптән тынғы бирмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшерһегеҙ. Туғандарығыҙ тормошоғоҙға ҡыҫылып аптыратыр. Эште олоға ебәрмәгеҙ, был хәл оҙаҡҡа һуҙылмаҫ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Һаулығығыҙ ҡаҡшау сәбәпле, эштәге бурыстарҙы атҡарып сығыу ауырға тура килер.Руль артындағылар юлда иғтибарлы булһын. Ял көндәрендә шау-шыулы сараларға барыуҙан тыйылығыҙ. Йортоғоҙға ремонт яһау, яңы йыһаз һатып алыу өсөн уңайлы ваҡыт.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Уңышлы аҙна көтә. Бурыстарығыҙҙан ҡотолоу әмәле килеп сығыр. Ял көндәрендәге танышлыҡтар файҙаға ғына булыр. Яңғыҙҙар үҙ ишен табыр. Өйҙә ултырмағыҙ - дуҫтарығыҙ менән ҡыҙыҡлы премьераларға, мауыҡтырғыс сараларға барығыҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Хеҙмәт урынын алыштырыу өсөн яҡшы мәл. Шәхси тормошта әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрмәгеҙ, бөгөнгөһө менән йәшәгеҙ. Кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотолорға тырышығыҙ. Сәйәхәт итеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Балыҡтарға был аҙнаны уҡыуға, белемде камиллаштырыуға бағышларға кәрәк. Аҙ хәрәкәт итеү сәләмәтлегегеҙгә кире йоғонто яһар. Дуҫтарығыҙ менән күберәк аралашығыҙ. Мөһим документта ебәргән хаталарҙы тиҙ арала төҙәтергә тырышығыҙ.

Читайте нас: