Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
1 Октябрь 2019, 12:14

Ҡартлыҡ көтә…

Елдереп үтә көндәрем, Һәр мәлдән табам шатлыҡ, Өлгөрә алмай йүгерәм – Эй, көтә мине ҡартлыҡ!

Яҡынлығын һиҙҙерәм, тип

Йә билдән сәнскән була,

Йә тубыҡтан эләктерә,

Шаяртып, ҡасҡан була.


Йоҡлағанда сәсте буяй

Көмөш буяуы менән,

Маңлайыма һырҙар һыҙа,

Йәшенгән була минән.


Көтһөн әйҙә! Ни эше бар?!

Үҙен һис йәлләмәйем!

Тиҙерәк бергә булырға

Бөтөнләй теләмәйем.


Көтөп еткерә алмайса,

Ҡартлыҡ ҡуйһа үпкәләп?

Китеп барһа, мине ташлап,

Тәртиплерәкте эҙләп?


…Йәшенеп эйәреп йөрөй

Бер тотам минән ҡалмай…

Мин унһыҙ йәшәй алам да –

Ул минһеҙ йәшәй алмай!

Фирүзә Абдуллина.



Читайте нас: