3 кг татлы борос, 300 г кишер, 300 г һуған, 1 стакан һыу, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр, 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, тоҙ алына.
Боросто, һуғанды балдаҡлап, кишерҙе түңәрәкләп турарға ла, тоҙ, шәкәр, май, һеркә, һыу һалып бутап, ҡайнау хәленә еткерергә. 10-15 минут бешерергә, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡаплап ҡуйырға.