газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
26 Сентябрь 2019, 17:56

Ләйлә Ғәлиева башҡарыуындағы "Миҙгелдәр" йырының һүҙҙәре

МиҙгелдәрМиҙгелдәрҙе һағынып көтәбеҙ Ә ғүмерҙәр һиҙелмәй үтә. Йөрәктәрҙе әрнетеп өтөп Кемдәрҙер мәңгелеккә китә.

Яҡты донъяларға бер тыуғас

Йәшәргә ине туйғансы.

Яҡты донъяларҙан кем туйған?

Йәшәт Хоҙай йөҙҙәр тулғансы.


Тәҡдирҙәр яҙылған маңғайға,

Урап үтеп булмай яҙмышты.

Бәхет өсөн ергә тыуғанбыҙ,

Гөлгә күмер өсөн тормошто.


Барыр юлыбыҙ яҡты булһын,

Бөтмәһен донъя мәшәҡәте.

Иҫән-һау булғанда туғандар

Йәшәүҙәрҙең шунда рәхәте.
Читайте нас: