* Италия ғалимдары тикшеренеү үткәреп, даими рәүештә алма ашау ҡан тамырҙарын рак күҙәнәктәре үтеп инеүҙән һаҡларға булышлыҡ итеүен асыҡлаған.
* Яңы һығылған алма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә стрестан һуң эсергә кәңәш ителә.
* Алмала күҙәнәклек менән пектин бар, уны көн һайын ашағанда ашҡаҙан-эсәк тракты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ.
* Алма майҙы кәметә, тимәк, кемдәр кәүҙә ауырлығын кәметергә теләй, уларға мотлаҡ алма ашарға кәрәк.
* Алма һыуһынды ҡандыра һәм аппетитты күтәрә. Диетологтар: «Ашағың килһә - алма аша, уны ашағың килмәһә - ашағың килмәй», - тиҙәр. Уларҙың былкәңәшен тотоу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.
* Алманы һыуытҡыста түгел, ә кухняла һаҡларға кәрәк. Сөнки кухнялы ятҡанда йәшел әсе алма бер нисә көндә өлгөрөп, әселеге бөтөп, татлыраҡ булып ҡалыр.
Алма ярҙамында тештәге үңәҙҙән (налет) һәм ауыҙҙағы насар еҫтән ҡотолорға мөмкин. Сөнки унда ауыҙҙағы микроорганизмдар менән реакцияға инеп, уларҙы юҡҡа сығарыусы һәм бактерияларҙың таралыуына юл ҡуймаусы кислоталар бар.
* Алма тәбиғи антиоксидант булып тора. Көн һайын ашау тиренең һәм сәстең торошона ыңғай йоғонто яһай.