Уҡытыусы ҡояшлы иртәлә тыныс ҡына, йәшел сәй эсеп, мәңгелектең серҙәре тураһында уйланып ултырған була. Уҡыусыһын бейек тау эргәһен әалып килә лә, ҡая башынан тәгәрәп төшкән төрлө ҙурлыҡтағы таштарға күрһәтеп:
- Ошо таштарҙы ҡая башына кире ташы, - ти.
Таштар бик күп була, шуға ла уҡыусы уларҙы көнө буйы тиерлек ташый. Ә аҡыл эйәһе, ағас күләгәһенә ятып китап уҡый.
Уҡыусы бик ныҡ арый, шулай ҙа ҡояш байыуға ул таштарҙы ҡая башына ташып бөтә. Уҡытыусыһ эргәһенә ғорурлыҡ менән килеп баҫа ла:
- Хәҙер һорауыма яуап ала аламмы? - тип һорай.
- Юҡ, тип башын сайҡай остазы, - һин әлегә әҙер түгел.
- Улай булғас, ул таштарҙы ташыу нимәгә кәрәк булды? - ти асыуланып егет.
- Бына, - тип һуҡ бармағын күтәрә уҡытыусы, аҡыллы кеше был һорауҙы таштарҙы ташый башлағанға тиклем бирер ине...