Был осорҙа кемделер тәнҡитләү, үпкәләтәү теләге килеп тыуыуы бар. Үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Хеҙмәт урынында үрләтеүҙәре ихтимал. Йортоғоҙҙа эре көнкүреш техникаһы ватылыр. Яҡын кешеләрегеҙҙән яҡлау һәм ярҙам көтмәгеҙ.
Яңғыҙҙарға яҙмыш бүләк әҙерләр - икенсе яртығыҙҙы осратырһығыҙ. Эштә ауыҙығыҙҙы ипләп асығыҙ. Йорт эштәренә бик күмелмәгеҙ. Өлкән йәштәгеләргә медицина ярҙамы талап ителер. Ял көндәрендә мауыҡтырғыс сәйхәткә юлланырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Уңыштарығыҙ тураһында сит кешеләргә һөйләмәгеҙ. Күҙ тейҙереүҙәре бар. Кем менәндер бәхәстә булһағыҙ, ярашырға ашығығыҙ. Эшкә урынлашыу өсөн уңышлы осор. Үҙегеҙгә иғтибарҙы йәлләмәгеҙ - косметологҡа, стилисҡа барығыҙ.
Белемегеҙҙе камиллаштырыу, үҫешеү өсөн ҡулайлы мәл. Финанс мәсьәләһе киҫкен торор. Эштән ныҡ арығанһығыҙ, ял итеп алыу ҡамасауламаҫ. Дуҫтарығыҙҙың башҡа һыймаҫтай ҡылығы аптыратыр. Иң уңышлы көнөгөҙ - шәмбе.
Был аҙнала ғаиләләгеҙҙә мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Эштә лә күңелһеҙ хәлдәр сығып ҡына тора. Уның ҡарауы, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн шәп ваҡыт. Аҡсағыҙҙы бушҡа әрәм-шәрәм итмәгеҙ. Сәләмәтлегегеҙҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Ҙур керем килеүе көтөлә. Ниндәйҙер тәҡдим менән мөрәжәғәт итһәләр, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Һөйгәнегеҙ менән аралар элеккегә ҡарағанда яҡшыраҡ булыр. Хеҙмәттәштәрегеҙ һәм етәкселек менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр.
Яңы танышығыҙ эшкә урынлашырға һәм башҡа проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итер. Үҙ белдегегеҙ менән дауаланырға ярамай. Дуҫтарығыҙ менән аралашыуҙы кәметегеҙ. Юғиһә, пландарығыҙҙы ойомға ашыра алмаҫһығыҙ.
Аҡса менән бәйле эштәрҙе һуңғараҡҡа ҡалдырығыҙ. Туғандарығыҙҙы һәм дуҫтарығыҙҙы бергә йыйыу форсаты сығыр. Хроник ауырыуҙарығыҙҙың ҡуҙғыуы ихтимал. Мотлаҡ спорт залына йөрөй башлағыҙ. Тәбиғәттә ял итеү һаулығығыҙға ыңғай йоғонто яһар.
Иммунитетығыҙ ҡаҡшар. Шул арҡала йоғошло ауырыуҙар эләктереүегеҙ ихтимал. Көтөлмәгән яңылыҡ тормошоғоҙҙо бөтөнләй икенсе яҡҡа үҙгәртер. Дуҫтарығыҙға ярҙам итергә тырышығыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән һүҙгә килешерһегеҙ.
Ни тиклем тырышып эшләһәгеҙ, шул тиклем үк ихтирам яуларһығыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Һатып алған әйберегеҙ отошло булыр. Икенсе яртығыҙ мен
ән аралар ныҡ, ышаныслы. Руль артындағылар юлда ипләп йөрөһөн.
Аҙна аҙағына тиклем эштәрегеҙҙе тамамларға тырышығыҙ. Ял көндәрендә ғаиләгеҙ менән бергә тәбиғәт ҡосағына сығығыҙ. Яңғыҙҙарҙың үҙ ишен осратыуына ышаныс ҙур. Өҫтәмә килем сығанағы табырһығыҙ. Бәләкәй балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Ниндәйҙер мөһим мәғлүмәткә эйә булырһығыҙ. Яҡындарығыҙға тормошҡа ашмаҫтай вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Ижади һәләтегеҙ асылыр. Сәләмәтлек торошона иғтибарлы булығыҙ. Үҙегеҙҙең һүҙегеҙҙе генә тылҡымағыҙ, ғаилә ағзаларының да кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.