Һөйләйҙәрме? Һөйләһендәр әйҙә!
Бер ерем дә унан кителмәҫ!
Унан ғына офоҡ емерелмәҫ,
Кемдер, тимәк, бәхеттәрҙән мәхрүм,
Кеше һөйләп кенә йәм тапһа,-
Үпкәләүгә түгел, тик йәлләүгә
Лайыҡ кеше… Әгәр йән тартһа,
Әгәр дәртем булһа, тауға менәм,
Айға осам, сумам диңгеҙгә!
Мин ғәйбәтһеҙ еңел йәшәй алам,
Йәшәй алһын ғәйбәт минһеҙ ҙә!
Һөйләһендәр әйҙә! Йәмһеҙ уйҙар,
Йөрәгемдә - бар донъяға һөйөү,
Күңелемдә йәшәй матурлыҡ!