Бер ир һарайында самай ҡыуа, ти. Һыуыҡ һыу алып килергә тип өйөнә инеп киткән...
Бер биҙрә һалҡын һыу тотоп һарайға килеп инһә - ни күрә - ике полиция хеҙмәткәре йылмайым тора, ти.
- Давай, абзый, мә, ҡағыҙ, аңлатма яҙ! - ти берәүһе.
Шунан, яҙып бөткәс, полиция хеҙмәткәре нисек яҙҙы икән тип ирҙең аңлатмаһын уҡый:
“Өйҙә ултыра инем. Тәҙрәнән абайлап ҡалдым, һарайҙан төтөн сыға! Тиҙ генә биҙрәгә һыу тултырҙым да - саптым һарайға! Килеп инһәм - ике полиция хеҙмәткәре самай ҡыуа!”
Төн уртаһында өйөнә ҡайтып ингән ҡыҙ:
– Ааатааай, әгәр мин әхирәтемдең тыуған көнөндә булып ҡайттым икән, ниңә һин мине шунда уҡ иҫерек тип күрәһең ул?
– Мин атайың түгел, ә әсәң! Бына, атайың торһон әле!..
Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
Сыҡҡас, ишек янында өймәлешеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, - тигән була, ти.