газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
13 Сентябрь 2019, 18:13

Кәрәге тейер әле

Бөртөклө кәһүә асыҡ һауытта тороп, хуш еҫен юғалтһа, 10 минутҡа һалҡын һыуға һалығыҙ. Ә унан һуң микротулҡынлы мейестә киптерергә кәрәк.

Бөртөгөн һыуға һалығыҙ

* Бөртөклө кәһүә асыҡ һауытта тороп, хуш еҫен юғалтһа, 10 минутҡа һалҡын һыуға һалығыҙ. Ә унан һуң микротулҡынлы мейестә киптерергә кәрәк.

* Ыҫланған колбасаның ҡабығы насар ҡупһа, ҡайнар һыуҙа бешекләп алығыҙ.


Күберәк йәйәү йөрөргә

Көнө буйы бер урында ултырыу умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеш килтерә. Һөҙөмтәлә, кешенең елкә мускулдары ғына эшләй, ә эре мускулдар бөтөнләй тиерлек хәрәкәтләнмәй. Гиподинамия ауырлыҡ артыу, мускулдар тонусы кәмеү, ҡанда шәкәр күләме күтәрелеү, остеохондроз сирҙәренә, йөрәк эшмәрәклеге боҙолоуға килтерә. Организмды сәләмәтләндереү өсөн көн һайын 30 минуттан 1 сәғәткә тиклем йәйәү йөрөргә кәрәк. Белгестәр үткәргән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, сәләмәтлекте һаҡлау өсөн көн һайын 10 мең аҙым яһарға кәрәк. Был, яҡынса, 7 саҡырым тигән һүҙ.

Динә ҒӘЛИЕВА.


Эс ниңә ҡата?

Эсәктәр тейешенсә эшләһен өсөн үҫемлек күҙәнәктәренә бай ризыҡтар ашарға кәрәк. Мәҫәлән, йәшелсә, емеш-еләк, ярмалар. Ит, йомортҡа, башҡа аҡһымлы ризыҡтарҙы сикләргә кәрәк булыр.

Хәрәкәт булмағанда ла эсәктәр насар эшләй. Көнөнә 1,5 литрҙан кәмерәк һыу эскәндә лә эс ҡатыуы ихтимал. Эс ҡатыуға ашҡаҙан, бауыр ауырыуҙары, полиптар, эсәктәрҙәге шештәр сәбәпсе булырға мөмкин. Бешкән кишер һәм сөгөлдөр ашау бер аҙ хәлде еңеләйтер. Уларҙы шаҡмаҡлап турап, иртәнге һәм киске ашҡа 15 минут ҡала өсәр киҫәк ҡабырға кәрәк.
Читайте нас: