газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
13 Сентябрь 2019, 17:58

16 сентябрҙән 22-һенә тиклем йондоҙнамә

Үлсәүҙәр ҙур күләмле эштәргә тотонор, балыҡтар ҙур һынау алдында ҡалыр. Ә ҡуҙыларҙы, буғаларҙы, игеҙәктәрҙе һәм башҡаларҙы нимә көтә һуң был аҙнала.

Үлсәүҙәр ҙур күләмле эштәргә тотонор, балыҡтар ҙур һынау алдында ҡалыр. Ә ҡуҙыларҙы, буғаларҙы, игеҙәктәрҙе һәм башҡаларҙы нимә көтә һуң был аҙнала.

Ҡуҙы (21.03-20.04)

Был осор һеҙҙең өсөн актив һәм ижади булыр. Эштә яҡшы һөҙөмтә күрһәтерһегеҙ. Ял көндәрен тыныс мөхиттә үткәрерргә тырышығыҙ. Яҡындарығыҙ көтөлмәгән бүләк менән шатландырыр.

Буға (21.04-21.05)

Һеҙ был аҙнала бик уңышлы ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ. Бының өсөн ныҡышмал булығыҙ. Бурысҡа аҡса алмау хәйерлерәк. Ғаиләгеҙҙә бәхәсле хәл килеп тыуыр. Яңы танышлыҡтар файҙалы булыр.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)

Игеҙәктәрҙе ҡапма-ҡаршылыҡлы аҙна көтә. Бер яҡтан, эштәрегеҙ көйлә генә барған кеүек, икенсе яҡтан, стреслы хәлдәр сығып торор. Организмығыҙҙың тыныс ҡына ялға мохтаж икәнен тойорһоғоҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)

Һөнәрегеҙ буйынса юғары үрҙәргә өлгәшерһегеҙ. Финанс хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Элекке таныштарығыҙ араһынан мөхәббәтен белдереүселәр табылыр. Бик кәрәкле әйбер һатып алырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)

Өйҙә лә, эштә лә мәшәҡәттәр күп булыр. Етәксегеҙ бурыстарҙы өйөп ҡушыр, ғаиләгеҙҙә лә ҡайһы бер эштәрҙең осо-ҡырыйына сыға алмаҫһығыҙ. Ялдарығыҙ ҡаланан ситтә, тәбиғәт ҡосағында үтер.

Ҡыҙ (24.08-23.09)

Карьера баҫҡысы буйлап үрләү өсөн мөмкинлек тыуыр. Башҡа ергә күсенеп китергә лә тәҡдим алырһығыҙ. Бик тә булмаһа өйҙә ремонтҡа тотонорһоғоҙ. Икенсе яртығыҙҙан һәр саҡ аңлау табырһығыҙ.

Үлсәү (24.09-23.10)

Үлсәүҙәр ҙур күләмле эштәргә тотонор. Ниндәйҙер уңыштарға ирешеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килер. Көнләшеүселәр һеҙгә арҡыры төшөр. Әйбер һатып алғанда сифатын тикшерергә онотмағыҙ.

Саян (24.10-22.11)

Был арала етәксегеҙҙең күҙенә салынмаҫҡа кәңәш ителә. Ғаиләлә лә яҡындарығыҙҙың һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Матди мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килер. Ошо арала алынған көнкүреш техникаһы оҙаҡ хеҙмәт итер.

Уҡсы (23.11-21.12)

Үҙегеҙҙә һүлпәнлек һиҙерһегеҙ, эштәрегеҙ ҙә әллә ни алға бармаҫ. Һеҙ тыныслыҡҡа ынтылырһығыҙ. Яҡындарығыҙҙың күңел ҡылында уйнамаҫҡа кәңәш ителә. Берәй файҙалы һәм ҡыҙыҡлы шөғөлгә тотоноғоҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)

Яңы кешеләр менән танышыуығыҙ бик уңышлы булыр. Хатта улар ярҙамында пландарығыҙҙы тормошҡа алырһығыҙ. Ғаиләле ылаҡтарға яҡындарының һаулығын хәстәрләргә кәрәк булыр.

Һыуғояр (21.01-19.02)

Һыуғоярҙар үҙенең тормошонан бик ҡәнәғәт булмаҫ. Эштәге вазифаһы, килеме, һаулығы тураһында уйланып, борсолоп алыр. Йыраҡтағы туғандарығыҙға ҡунаҡҡа юлланырһығыҙ, әммә юлда ипле йөрөгөҙ.

Балыҡ (20.02-20.03)

Был арала һеҙ һынау алдында ҡалырһығыҙ. Бөтә эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн күп көс һәм сыҙамлыҡ талап ителер. Ә шәхси тормошоғоҙ яҡшы хәбәрҙәрҙән генә торор. Һауыҡтырыу процедураларын башларһығыҙ.
Читайте нас: