1 л һыуға 100 мл аш һеркәһе, 50 г тоҙ (өймәләм 2 ҡалаҡ), 1 лавр япрағы, 5 бөртөклө ҡара борос, 3 бөртөклө еҫле борос кәрәк.
Бәшмәктәрҙе йыуғас, 10 минут тирәһе бешерергә. Һуңынан һарҡытып, һалҡын һыу менән сайҡатырға. Маринад түбәндәгесә әҙерләнә: 1 литр һыуға тоҙ, аш һеркәһе, тәмләткестәр һалып ҡайнатырға. Әҙер маринадҡа бәшмәктәрҙе һалып, улар һауыттың төбөнә ултырғансы бешерергә. Бәшмәктәр әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға һалып, өҫтөнә сыҡҡансы маринад ҡойоп, ҡапҡастар менән ҡапларға.