* Аяҡ кейемендәге насар еҫте бөтөрөү өсөн мамыҡҡа водород перекие һөртөп, эсен шуның менән ышҡырға була.
* Дезинфекциялау өсөн формалин файҙаланыла. Туфли-итектәрҙең эсен формалинға мансылған сепрәк менән һөртөп, бер тәүлеккә полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып ҡуйығыҙ. Һуңынан елләтегеҙ.
* Туфлиҙарығыҙ ныҡ тыҡылдаһа, табанына эҫе әлиф йәки етен, кастор майы һөртөгөҙ.
* Аяҡ кейеме һыуланмаһын өсөн табанын балыҡ майы, балауыҙ, скипидар ҡушылған иретмә менән эшкәртегеҙ.
* Замша аяҡ кейемен таҙартыу өсөн тәүҙә уны пар аҫтында тотоғоҙ ҙа, щетка менән ышҡып таҙартығыҙ.
* Ҡаты күнлән тегелгән туфли, ботинкаларҙы йомшартыу өсөн кастор майы һөртөгөҙ.
* Ҡайһы бер аяҡ кейеме шығырлап йонсота. Уны эске һәм тышҡы яғын фен менән өрҙөрөгөҙ ҙә, тапағыҙ. Шулай ике-өс тапҡыр эшләһәгеҙ, ул шығырламаҫ.